Волга буйы федераль округында октябрь йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров – беренсе, Түбәнге Новгород губернаторы Глеб Никитин һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов икесе, өсөнсө урындарҙы бүлешкән.
Радий Хәбировтың матбуғат сараларында йыш иҫкә алыныуы уның тынғыһыҙ эшмәкәрлеге менән бәйле. Уның Башлыҡ булып һайланыуҙың тәүге көндәренән үк республика буйлап күп йөрөүе, етешһеҙлектәрҙе хәл итеүе, яңы эш алымдары индереүе иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Мәҫәлән, Стәрлебаш һәм Федоровка райондарына эш сәфәре ваҡытында Радий Хәбиров район башлыҡтары менән күсмә “Инвестсәғәт”тәр үткәрә һәм башҡаларға өлгө күрһәтә. Бынан һуң, әлбиттә, район башлыҡтарына уңайлы кабинеттарында ултырыу түгел, мөмкин булған инвесторҙарға һәм яңы эш башлаусылар эргәһенә үҙҙәренә барыуҙан башҡа сара ҡалмай.