Ә хәҙер ошо уңайҙан Талха Ғиниәтуллиндың “Мина яланында” исемле хикәйәһе буйынса яҙылған “Ер менән күк араһында” исемле инсценировка хаҡында һөйләргә теләйем. Минзәлә дәүләт татар театрында ул “Тилмереп доға көткәндәр” исеме менән өс сезон барҙы, “Тантана” төбәк призына лайыҡ булды. Төп ролде башҡарыусы иң ҙур бүләкте алды.
Инсценировка һәм уны Талха ағайҙың нисек ҡабул итеүе хаҡында алда һөйләгәйнем, ҡабатлап тормайым. Яҙыусы үҙе Александр Твардовскийҙың “Василий Теркин” поэмаһынан бер өлөштө ижади файҙаланыуы хаҡында әйтте.
...Һалдат яралана һәм әжәл көтөп ятҡанда булған ваҡиғалар хаҡында. Талха Ғиниәтуллин бер аяҡлы һалдаттың ауылдағы тормошон һүрәтләй.
Инсценировка Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Гөлдәр Ильясова тарафынан ҡуйылды һәм ыңғай баһа алды. Төндәрен йоҡлай алмағандар уны таңғы өс-дүрттәр тирәһендә Башҡортостан телевидениеһы аша ҡарай ала.
Беҙ һеҙгә иртәгә “Мина яланында” хикәйәһен Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факил Мырҙаҡаев тәржемәһендә тәҡдим итербеҙ.