Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Ноябрь 2019, 18:53

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

Сирек быуаттан ашыу ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышлаған Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ни өсөн баштан һайлаған һөнәрен ҡалдырып, Өфөгә юлланған?

“БЕҘҘЕҢ ӨЙҘӘ КИТАП ТҮРҘӘ БУЛДЫ...”
Сирек быуаттан ашыу ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышлаған Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ни өсөн баштан һайлаған һөнәрен ҡалдырып, Өфөгә юлланған? Ниндәй күренекле әҙиптәрҙең кәңәштәре буйынса балалар өсөн ижад итеүгә йүнәлеш ала? Рус телен һәм әҙәбиәтен камил белеү уға ҡайҙан килә?.. Әҙибәнең тормош юлы хаҡында уйланғанда ошондай һорауҙар тыуа. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина оҙаҡ йылдар дауамында Башҡортостан Яҙыусылар союзының балалар әҙәбиәте секцияһы рәйесе урынбаҫары булып, файҙалы кәңәштәре менән йәш әҙиптәрҙең ижади яҙмышына ҙур өлөш индерә. Был донъяла мин бит әле ҡунаҡ ҡына, Шуға күрә йәшәүем дә тыйнаҡ ҡына, – тип яҙһа ла, әҙибәнең оло хеҙмәтен баһаламау мөмкин түгел. Тотош ғилми институт коллективы башҡара торған эште бер үҙе атҡарып, “Балалар әҙәбиәте антологияһы”ның өс томлығын башҡорт һәм рус телдәрендә әҙерләп сығарыуы ғына ла ни тора! Был фиҙакәр хеҙмәте менән Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина балалар әҙәбиәтенә рухи һәйкәл ҡойҙо. Ә үҙенең ижады йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә, балалар психологияһын тәрән аңлап яҙған әҫәрҙәрен уҡып, кескәйҙәр һәр яҡлап камил булып үҫә. Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә күренекле әҙибәнең тормошо, эшмәкәрлеге, донъяға ҡарашы, әҙәбиәт тураһындағы уйланыуҙары хаҡында һүҙ барыр.
Читайте нас: