Бөтә яңылыҡтар
10
Дөйөм мәҡәләләр
12 Ноябрь 2019, 17:30

Бикбай

Рәсәй империяһының милли сәйәсәте халыҡтарҙы сәкәштереү, “разделяй и властвуй” принцибына ҡоролғайны тип уҡыта торғайнылар. Ул сәйәсәт милләттәргә күпме бәләләр алып килгәнен тарих белә.

Рәсәй империяһының милли сәйәсәте халыҡтарҙы сәкәштереү, “разделяй и властвуй” принцибына ҡоролғайны тип уҡыта торғайнылар. Ул сәйәсәт милләттәргә күпме бәләләр алып килгәнен тарих белә. Ә бына бөгөнгө АҠШ алып барған дәһшәтле емерткес эштәр бер ил эсендә генә бармай, бөтә донъяны дер һелкетә бит. Бөгөн Украинала ниндәй ҡыйралыштар бара. АҠШ тың һәм Көнбайыштың мәкерле етәкселегендә Украина тигән оло дәүләт ҡыйратыла, ҙур милләт тарҡатыла. Уға тиклем ғәрәп илдәре буйлап ниндәй ғәрәсәттәр үтте, диндәштәр, ислам балалары бер береһенең ғүмерен ҡыймаҫҡа тейешле мосолман донъяһында, шәреҡ илдәрендә күпме ҡан ҡойолдо, әле лә үлтерештәр тынмаған. Уға тиклем Югославияны тарҡаттылар, беҙгә туғандаш илде мәсхәрәләгәндә Рәсәйҙең башһыҙ башлыҡтары уны яҡлап ҡыл да ҡыбырлатманы. Америка ярһығандан ярһый, ҡомһоҙлоғоноң сиге юҡ. Уны ғәйепләүе еңел, ә уға ҡаршы торорлоҡ көстәр юҡмы ни? Ундай көстәр бергә туплана алмай икән, был енәйәттәре өсөн Американы Аллаһ Тәғәлә барыбер язаһыҙ ҡалдырмаҫ. Халыҡ әйтмешләй, харам төртә ул.
Читайте нас: