Конституция суды бындай осраҡты “айырым хоҡуҡи сара” тип баһалаған һәм барлыҡ аҡсаны дәүләт файҙаһына конфискацияларға мөмкин, тигән ҡарар сығарған.
Ул арала булмай, алтын полковниктың тыуған-тыумасаһы ҡалҡып сыҡҡан һәм: “Был – беҙҙең аҡса, беҙ уны һаҡларға бирҙек. Ҡарауыл! Талайҙар!” – тип тауыш күтәргән.
Захарченконы ултыртып өлгөрмәйҙәр, коррупционерҙар менән көрәшеүселәр ҡулына 11 миллиард һум аҡса менән Именлек хеҙмәте полковнигы Кирилл Черкалин килеп эләгә. Ул да үҙенең урланған аҡсаһының ҡайҙан килеүен раҫлай алмаған.
Конституция суды ҡарарынан ниндәй һығымта яһарға мөмкин? Хәҙер шуныһы билдәле, әгәр ғәйепләнеүсе үҙенең мөлкәтенең ҡайҙан килеүен иҫбатлай алмаһа, һәр кемдең байлығын суд ҡарары менән дәүләт файҙаһына конфискацияларға мөмкин. Был, һис һүҙһеҙ, мутлауҙарҙың кәмеүенә килтерергә тейеш.