Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ноябрь 2019, 12:23

Ҡыуанырғамы, ҡайғырырғамы? Рәсәй тәүге унау иҫәбендә.

Иҡтисади үҫеш һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһы спиртлы эсемлектәрҙе күпләп ҡулланған илдәрҙе иғлан итте. Беренсе урында –беҙҙең элекке союздашыбыҙ Литва, улар ни сәбәптәндер һәр береһенә 12,3 литр спиртлы эссемлектәр ҡуллана икән. Бәлки Советтар Союзында саҡта нисек йәшәгәндәрен һағыналарҙыр. Бай ил, етеш ил, Рәсәйҙәр унда күсеү хаҡында хыяллана – Австрия, бында һәр кешегә 11,8 литр тура килә. Өсөнсө урында – Франция, 11,7 литр менән. Дүртенсе һәм бишенсе урындарҙа Чехия (11,6 литр) һәм Люксембург (11,3 литр).

Ошо рейтингтың унынсы баҫҡысында, 11,1 литр менән Рәсәй тора һәм үҙен түбәнһетелгән тип иҫәпләүе бик ихтимал. Беләһегеҙме, ни өсөн? Контрафакт һәм ялған араҡының күпләп һатылыуын күҙ уңында тотһаҡ, 11,1 литрға беҙ һис тә лайыҡ түгел.
Дөрөҫ, әгәр ысын булһа, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы иғлан итеүенсә, һуңғы 14 йылда беҙҙә сифатһыҙ араҡы эсеүҙән ағыуланып үлеүселәр һаны 70 процентҡа кәмегән, ә алгоголь психозынан үлеүселәр һаны 80 процентҡа әҙерәк теркәлгән.
Башҡортостанда ялған спиртлы эсемлектәргә ҡаршы көрәш киң йәйелдерелгәс, ярты йыл эсендә, былтырғы осор менән сағышырғанда, үлеүселдәр һаны йөҙгә кәмене.
Шуға, тынысланырға иртәрәк. Көрәште артабан да дауам итергә кәрәк. Сөнки рейтингта ыңғай өлгөләр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, Төркия һәм Малайзия һымаҡ мосолман илдәре һәр кешегә 1,5-1,7 литр ғына спиртлы эсемлектәр ҡуллана. Шигем бар, был литрҙарҙы ла ял итергә барған беҙҙең туристар эсмәйме икән?
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Читайте нас: