Алдан уҡ билеттар юҡлығы тигән хәбәр дөрөҫкә сыҡты. Ысынлап та, залға эләгергә теләүселәр билеттарға ҡарағанда күберәк ине. Тамашасылар биш сәғәткә яҡын (15 минутлыҡ бәләкәй бер генә тәнәфес булды) барған шиғри алыштың уртаһында ҡайнаны. Бәйгеселәр көслө, бүләктәр тос, алыш ғәҙел барҙы. Һәр ваҡыт йыр-бейеү, уйын-көлкө тимәгән. Әйҙәгеҙ, шиғри хис-тойғоларҙы ла тыңлап ҡарайыҡ. Бәйге шул тиклем көсөргәнешле барҙы, хатта ҡатнашыусыларҙың ара-тирә хаталаныуын да зал көслө алҡыштар менән баһалай белде. Шоуҙың хужабикәһе Наилә Сәфәрғолова тамашасының кәйефен бик оҫта һәм урынлы тойомлаған. Ул сығыш яһаусыларҙан һәр тамашасы ишетергә теләгән һүҙҙәрҙе күңелдәргә үтер инерлек итеп әйттерә белә.
“Йөрәк һүҙе”нең еңеүсеһе Земфира Байбулдина сығыш яһағанда күптәр күҙ йәштәрен йәшермәне. Уның һәр сығышы өҙөлөргә генә торған ҡыл һымаҡ, кескәй генә бер драма, яҙмыш һынауы һәм тормош һабағы. Земфира был һынауҙы уңышлы үтте, сәхнәлә лә, ысынбарлыҡта ла. Эш тос бүләктә генә түгел, еңеү өсөн үҙеңде ҡорбан итә белергә кәрәк.
Бик йәл, бындай бәйге йылына бер генә була. Хәйер, тапшырыуҙы телевидение аша ҡабатлап күрһәтәләр шикелле. Ләкин экрандағыһы бөтөнләй икенсе күренеш. Үҙеңә эргәһендә булырға, уртаһында ҡайнарға һәм ҡатнашырға кәрәк.