Һәр яҙыусыға талап бер үк. Китап сығарыу мөмкинлеге биш йылға бер бирелә, быға тиклем нәшер ителгән китабың һатылып бөткән булырға тейеш.
Киләһе йыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы, республикабыҙҙа Фольклориада үткәреләсәк, тимәк, ошо йүнәлештәге китаптарға өҫтөнлөк бирелеүенә ғәжәпләнмәгеҙ. Бер тышлыҡ эсендә донъя күргән китаптарҙың күбәйеүе тәбиғи. Һәр китапҡа үҙенеке һымаҡ шатланып өйрәнгән ҡәләмдәшебеҙ Сабир ағай Шәрипов әйтмешләй, күпме кешене ҡыуандырабыҙ!
Шулай ҙа китапты сығарыу өсөн һайлау, уның яҙмышын хәл итеү еңелдән түгел икән.
“Ағиҙел”дә былтыр октябрҙә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәрҙең “Кисенбикә юлы” исемле повесы донъя күргәйне. Йылдан ашыу ваҡыт эсендә повесты “Ағиҙел” сайтынан 6100-гә яҡын кеше уҡып өлгөрҙө. Бер эшҡыуар әҫәрҙе китап итеп сығарырға теләк белдерҙе. Бәлки ошо ысулды беҙҙең нәшриәткә лә ваҡыт-ваҡыт ҡулланырға кәрәктер? Ихтыяж менән ҡулланылған әҫәрҙәрҙе нәшер итһәк, уларҙы һатып алыусылар ҙа бәлки күберәк булыр.