Беҙҙең ауылдағы берәүҙәргә йылға-күл булмаған тарафта йәшәгән егет ҡунаҡҡа килгән. Ауыл егеттәре уны балыҡҡа алып барған. Ҙур ғына бер суртан эләктергән былар. Ярҙа ултырған теге егеткә балыҡты тотторғандар. Суртан тыпырсына ла тыпырсына. Аптыраған егет балыҡтың башын һыуға тыға икән.
–Нишләйһең ул? – тип һорайҙар.
– Тыпырсына бит, тонсоҡтороп үлтерәм... – ти икән был.
Тормошобоҙ ошо ваҡиғаны йыш ҡына иҫкә төшөрөп ҡуя. Халыҡ мөлкәтенә ҡул һуҙған күпме “суртандар” эләгеп тора, ләкин уларҙы һыуға тығып язалайҙар...