“Ҡабырғаға – элмәк...” тигәнеңде
Уҡығанда һәр саҡ йән зымбырҙай.
Шартламаның нисек,Ғәзим ағай!
Туҡһанынсы йылдар ялҡындары
Үтте, заман хәҙер әллә ҡалай.
Тауышыбыҙ өнгә сарсағандай
Һағынабыҙ һине, Ғәзим ағай!
Иҫебеҙҙә ғәййәр саялығың,
Хәҡиҡәтте даулап уҡталғаның.
Һәләк булғаныңдан шуны белдек:
Яугир юҡта көрәш туҡталғанын.
Әммә һин ҡабыҙған рухи ялҡын
Ойотмаҫ та беҙҙе, йоҡлатмаҫ та.
Исемдәре генә алмашынған...
Йәнебеҙҙе көргөй супостаттар.
Һынамаҡҡа беҙҙең сыҙамлыҡты,
Рәсәй һаман тәжрибәләр яһай.
Бирешмәбеҙ, һинең тәжрибәгә
Беҙ таянһаҡ әгәр, Ғәзим ағай!