Ағиҙел
+12 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Ноябрь 2019, 12:34
Ринат Сөләймәнов
"Ағиҙел" журналының ноябрь һанында йәш шағир Ринат Сөләймәновтың шиғырҙар шәлкемен уҡығыҙ.
Дуҫлыҡ фәрештәһе
Яҡын дуҫым, ҡәләмдәшем Рәшит Зәйнуллинға.
Яҡын дуҫымдың әсәһе
Миңә лә әсәй бит ул.
Туғанлыҡтан оло дуҫлыҡ
Донъяла йәшәй бит ул.
Ысын дуҫлыҡтың алдында
Бер ниндәй бурыс ятмай.
Дуҫымдың фәрештәләре
Мине бәләнән һаҡлай.
Дуҫлыҡ фәрештәһе барын
Тояһығыҙмы, дуҫтар?
Дуҫлыҡ ҡәҙерен белгәндәргә
Ҡуна ул изге ҡоштар.
Дуҫлыҡ фәрештәләре
Беҙҙе етәкләп алған.
Маяҡ булып, тоғролоҡ
Тигән усаҡ ҡабынған.
Дуҫлыҡ фәрештәһе беҙҙең
Арабыҙҙа йәшәһен.
Фәрештә итеп күрәмен
Яҡын дуҫтың әсәһен.
Әсә фатихаһы иңгә
Фәрештәләр ҡундыра.
Һүнеп барғанда өмөт
Шәмдәрен тоҡандыра.
Әсә фатихаһы беҙҙе
Фәрештә кеүек һаҡлай.
Маяҡ булып, тормошта
Дуҫлыҡ усағы ялтлай.
Яҡын дуҫымдың әсәһе
Миңә лә әсәй була.
Туғанлыҡҡа тиң дуҫлыҡ
Йәшәй бит ул донъяла.
Яҡын дуҫымдың үҙен
Фәрештә итеп күрәм.
Дуҫлыҡ фәрештәһе ул,
Дуҫлыҡҡа унан өйрән!
Читайте нас: