Баҫҡыстарҙан йүгереп төшкәнде?
Сирендәрҙең зәңгәр арбауына
Әллә ниндәй серҙәр өҫтәлде.
Йәлләмәйсә өҙгән тәлгәштәргә
Йәшлек таңы кеүек күкрәгән дә
Биләп алған шул сирендәр аңды.
Ағиҙелдең буйы суҡ сирень, ти,
Тәлгәш өҙөр яҙҙар артта ҡалған.
Зәңгәр наҙҙың хәтирәһе һаман.