Ленин бабай телен күрһәтә...
80-се йылдар ине шикелле. Ниндәйҙер байрам хөрмәтенә ауыл халҡын клубҡа йыйғандар. Ленин бабайҙың һарғайып бөткән оло-ғара портреты тотош сәхнәне иңләп, эленеп тора ине. Ауылдың бер шуҡ малайы шул портреттың артынан бәке менән Ленин бабайҙың ауыҙын тишеп, телен сығарып күрһәткән. Халыҡҡа ни кәмит булһын, тәгәрәп ятып көләләр...
Был хәл тураһында хәбәр “һә” тигәнсе районға барып етә. Теге малайҙы ҡулға алырға милиция килеп төшә, мәктәпкә комиссия ебәрелә. Байтаҡ тикшереүҙәр барғандан һуң, “енәйәтсе”не колонияға ебәрергә уйлайҙар. Ярай әле, ул малайҙың ағаһы бер ҡалала милиционер ине. Ҡустыһының эше буйынса йөрөп, нисек-кәрәк яҡлап алып ҡалған...
Ул замандың закондары түрәләрҙе лә, ябай эшсене лә, хатта малай-шалайҙы ла аяп торманы. Юҡ ҡына хилаф ҡылығың өсөн башыңды төрмәгә тығып ҡуйыуҙары бик ихтиал ине.
Беренсе каналда барған “Отчим” тигән кинолағы малайҙың Сталин портретын күтәргән килеш батҡаҡҡа ҡолауынан әллә ниндәй ҡот осҡос енәйәт әүәләүҙәрен күргәс, ошо ваҡиға иҫкә төштө.