Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Ноябрь 2019, 13:30

Ҡанатлы бәхеткәйем

"Ағиҙел" журналының ноябрь һанында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың "Ҡанатлы бәхеткәйем" тигән повесы тәҡдим ителә.

Хәҙисә елпәңләтә баҫып Шамилдарға йүнәлгән ҡартын тәҙрәнән ҡарап ҡалды. Ни булған быға? Ғәзиз ысынлап үлгән хәлдә лә, Наза бит Зәйнуллаға тәтемәйәсәк. Назаға уҙа барһа алтмыш, ә Зәйнуллаға көҙгә етмеш биш тула! Ҡарт бер алаша бит инде ул. Аптырарһың был ирҙәр халҡына. Седина в голову – бес в ребро, тип урыҫтар белмәй әйтмәй, ахыры.
Читайте нас: