Ауыл малайҙары менән төнгөлөккә балыҡ тоторға сыраҡҡа йыйынабыҙ. Төндә сыраҡ яндырып, йоҡлаған балыҡты һалдау менән сәнсеп алыуҙы “сыраҡ” тиҙәр беҙҙә. Берәүҙәргә Кавказдан килгән бер ҡунаҡ егет беҙҙең ҡыланғанды ҡарап торҙо-торҙо ла ҡайҙа йыйыныуыбыҙ менән ҡыҙыҡһынды. Арабыҙҙа апаруҡ ҡына русса һупалаған малай:
Кавказ егетенең күҙе шар булды. Теге малай: “Айда, с нами” тигәс, ниңәлер “нет-нет!” тип, ҡырҡа баш тартты был.