Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Ноябрь 2019, 11:22

Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Ләкин беҙҙең үҙебеҙҙең дә фекер бар. “Ағиҙел” сайты ни өсөн үлтереш, ҡан ҡойош тураһындағы хәбәрҙәрҙе таратыуҙан баш тарта?

Ҡәләмдәшебеҙ Фәрзәнә Аҡбулатова дөрөҫ әйтә, “Ағиҙел” журналы әҙәбиәт, әҙәби әҫәрҙәр, яҙыусылар хаҡында күберәк яҙырға тейеш. Иҫкәрмәне тулыһынса ҡабул итәбеҙ. Ләкин беҙҙең журналды әҙәбиәтте яратыусылар ғына уҡымай. Әҙәбиәттән тыш сәйәсәт тә, ижтимағи тормош та, публицистика ла бар. Ошо темалар менән ҡыҙыҡһыныусылар байтаҡ йыйыла. Беҙ һәр көн һеҙгә тәҡдим иткән мәҡәләләребеҙҙе, уҡыған кешеләрҙе, уларҙың һанын күҙәтеп, анализ яһап барабыҙ. Бындай материалдарға ла ихтыяж етерлек.

Журналыбыҙҙың ойоштороусылары ла бар. Уларҙың да үҙ мәнфәғәте. Тимәк, әйтер һүҙҙәре, тәҡдим итер темалары етерлек.
“Ағиҙел”дең сайты әле яңы турығып килгәндәр иҫәбенән. Уҡыусыларыбыҙ ҙа күп түгел, уларҙың һәр береһе беҙҙең өсөн ҡәҙерле. Уларға оҡшаған материалдарҙы күберәк һәм көн һайын бирергә теләк ҙур. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, “Ағиҙел” сайты үлтереш, талау, көсләү, ҡан ҡойош һымаҡ ытырғаныс, кешенең кәйефен боҙорлоҡ, йәшәүҙән ваз кистерерлек, ләкин “үҙәктә торған”, сенсацияға ҡоролған ҡурҡыныс хәбәрҙәрҙән баш тарта. Шуға күрә беҙгә мәғлүмәт баҙарында нығыныуы, урын яулауы еңел түгел. Беҙҙең журналда өс әҙип, Әхмәр Үтәбай, Салауат Әбүзәр, Рәлиф Кинйәбаев үҙ темаларын алып бара һәм ҡулланыусыларыбыҙҙың иғтибарын яуларға тырыша. Ҙур булмаған коллектив өсөн был һис тә анһат түгел. Йәшермәйбеҙ, беҙ яңы уҡыусыларға, һеҙҙең ярҙамға мохтаж.
Яңы шарттарҙа урын яулауы, иғтибар йәлеп итеүе ифрат ауыр. Айырыуса, тик ыңғайға ҡоролған йөкмәтке менән. Шуға ҡарамаҫтан, һеҙҙең ярҙам менән сайтыбыҙҙың таралыуы, дуҫтарының артыуы беҙҙе сикһеҙ ҡыуандыра. Тормош ҡатмарлы, ләкин ул ҡан-ҡойоштан, негатив хәбәрҙәрҙән генә тормай. Һәйбәт хәбәрҙәр, яҡшы кешеләр эргәбеҙҙә генә. Шулар хаҡында беҙгә хәбәр итеп торһағыҙ ине.
Ә инде Рәшит Назаровтың тыуған көнөнә килгәндә, уҡыусыбыҙ хаҡлы. Сөнки беҙ төп материалды “Ағиҙел” журналында биреүҙе кәрәк тип таптыҡ һәм ул 11-се һанда урын алды. Шағир хаҡында мәҡәлә уҡыусыларыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырыр, тип өмөт итәбеҙ.
“Ағиҙел” сайтын һәм журналын уҡығыҙ! Бергә булайыҡ, дуҫтар!
Читайте нас: