Элегерәк беҙҙең яҡтарҙа бесән әҙерләү ҙур мәшәҡәт була торғайны. Сабынлыҡтар юҡ, колхоз баҫыуҙары ғына йәйрәп ята. Халыҡ тауҙар араһындағы яландарға йөрөй. Хәйер, ундағы яландарға ла колхоз хужа – бесәнде процентҡа саптыра, йәғни бер күбә – колхозға, бер күбә – һиңә. Бесән әҙерләргә ир-аттар менән үҫмерҙәр ҙә китә. Айға яҡын яталар “тау”ҙа (беҙҙә ул тарафты “тау” тип йөрөтәләр). Иң ҡыҙығы шул: егеттәр иртәнән кискә тиклем бесән сапҡандан һуң, 10 –15 саҡрымда ятҡан ауылға төнгөлөккә ҡайталар, сөнки ауылда ҡыҙҙар клубҡа сыға. Ҡыҙҙар артынан сабып йөрөгән егеттәр, таң беленер-беленмәҫ, кире “тау”ға китә. Улар барып еткәндә өлкән ир-аттар саҡ уянған була.