Беҙҙең ауылда газ юҡ, утынды Еҙем үрендә әҙерләп, һаллап алып ҡайтабыҙ. Был шөғөл бала саҡтан таныш һәм төп эштәрҙең береһе булып тора.
Атайлы, атлы кешеләр ағасты йылға буйына ат менән тарттыра, беҙҙең һымаҡ атайһыҙ малайҙар һөрәтеп ташый. Нәҙегерәк йүкә ағасын ҡырҡаһың да, башына балта төйҙәһе менән һуҡҡылап, ҡайырын һыҙырып алаһың. Шунан йүкә һыҙырғыс эшләп, йә балтаңды ергә һалып бер яғына баҫаһың да ҡайырҙы балта аҫтынан үткәреп, йүкәне айырып алаһың. Ағастарҙы шул йүкә менән һөрәтәбеҙ һәм һаллайбыҙ.
Иң күңеллеһе ҡайтырға сығыу! Сәй эсеп, ҡапҡылап алғас, һалыңа ултырып, йырлай-йырлай йылға буйлап ағаһың. Ике тарафтан тау-ҡаялар теҙелеп китә, ҡоштар моңо күңелде иркәләй. Ойоп килһәң, шаршылағы берәй ҙур ташҡа бәрелеп, һалың таралып китергә лә мөмкин...
Йәшенле ямғыр аҫтында ҡалып, лысма һыу булып, илар сиккә етеп ҡайтҡан саҡтар ҙа була. Ләкин шул саҡтар һағындыра барыбер. Йылдар үткәс бала саҡтың ауырлыҡтары ла ҡәҙерле була икән!..