Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Октябрь 2019, 12:36

һалсылар

Бер мәл... сама менән Алыпҡара ҡаяһына еткәс, һалыбыҙ дөбөр-шатыр итеп ҡалды, нимәләрҙер шарт та шорт һынып сыҡты...

Һалсылар
Көҙгө ташҡын мәле ине. Еҙем йылғаһы ярҙарына тулып, ажғырып аға. Ике туған ағайым йылға үрендә өйлөк бүрәнәләр әҙерләгән, шуларҙы һаллап алып ҡайтырға тип өс кеше киттек. Бүрәнәләрҙе йылғаға төшөрөп, өс кәшмәклек һал әҙер булғансы көн кискә ыңғайлай башланы. Бәлки, иртәгә иртә менән ҡуҙғалырбыҙ тип уйлағайныҡ та, тиҙерәк ҡайтыу теләге еңде. Киттек ҡуҙғалып. 10 – 15-ләп саҡрым араны бер ниндәй мажараһыҙ үттек. Ләкин ҡапыл ғына ҡараңғы төштө лә ҡуйҙы. Күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек көҙгө төн. Һалды ярға яғып, таң атҡас ҡайтырға ла була ине, тик ағайым риза түгел: “Йылға үҙе алып ҡайта ул”, – ти.
Бер мәл... сама менән Алыпҡара ҡаяһына еткәс, һалыбыҙ дөбөр-шатыр итеп ҡалды, нимәләрҙер шарт та шорт һынып сыҡты... Бер нәмә аңларлыҡ түгел. Мейене бер генә уй телә: әжәлебеҙ ошонда икән... Бер аҙҙан ҡурҡыныс урынды сығып еттек, ләкин һалдың бер кәшмәге юҡ. Унда иң өлкән ағайыбыҙ ултыра ине. Үҙебеҙҙең ике кәшмәклек һалды нисек кәрәк ярға яҡтыҡ. Ағайым әйтә: “Мин ҡаҙыҡ ҡағып, һалды бәйләйем. Бар, аҡҡан кәшмәк артынан йүгер. Ярға яҡынлаһа, туҡтатырһығыҙ!”
Ҡап-ҡараңғы яр буйлап ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгерәм, теге ағайҙың да тауышы тоноҡ ҡына ишетелеп ҡала. Ауылды үтеп киттек. Әллә нисә тапҡыр эләгеп барып төштөм. Хәл бөттө. Шулай ҙа ҡыуып еттем. Ташмороно тигән ергә еткәс, һалдың ярға яҡынлағанын самалап: “Ағай, һикер был яҡҡа. Ярға яҡын, йөҙөп сығаһың!” – тип яр һалам. Ул арала йылға һалды уртаға һөрәй башланы. “Һикер!”, “Һикер!” тип ҡысҡырам йән асыҡҡа. Һикерҙе ағайым. Ярҙың ҡайҙа икәнен бутамаһын өсөн, өҙлөкһөҙ ҡысҡырам. Ағайымдың ярға яҡынлағанын тойоп, күкрәктән һыуға төшөп, уны эләктереп алдым. Боҙҙай һалҡын һыу хәлен тиҙ алған, имгәкләп ярға сыҡты, бер һүҙ әйтә алмай...
Был ваҡиға бәлә-ҡазаһыҙ тамамланды. Аҙаҡ аҡҡан кәшмәк тә табылды, ике туған ағайым өй һалып та инде. Ләкин көҙҙәрен ауылға ҡайтҡан саҡта Еҙем йылғаһының ташҡан мәлен күргән һайын ошо ваҡиға иҫкә төшә. Хәйер, тормош үҙе лә ажғыр йылғала аҡҡан һалсыларҙы хәтерләтеп ҡуя...
Читайте нас: