Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Октябрь 2019, 12:19

Йомабикә Ильясова

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә шағирә Йомабикә Ильясованың “Миҙгелдәр аша” тигән китабы донъя күрҙе.

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә шағирә Йомабикә Ильясованың “Миҙгелдәр аша” тигән китабы донъя күрҙе. Был йыйынтыҡҡа, нигеҙҙә, шағирәнең һуңғы йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре тупланған. Уның ижадына фекер тығыҙлығы, хис-тойғолар гаммаһы хас.
Ошо көндәрҙә (1 ноябрь) күркәм ғүмер байрамын билдәләйәсәк шағирәне “Ағиҙел” журналы уҡыусылары исеменән ихлас ҡотлап, күңел көрлөгө, сәләмәтлек, илһамлы йылдар теләйбеҙ!
Читайте нас: