Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Октябрь 2019, 10:43

“Йөрәк һүҙе”н бәхетлеләр ишетәсәк. Наилә Сәфәрғолова шиғриәт һөйөүселәрҙе тағы ла арбаны.

9 ноябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында халыҡ ишетәсәк “Йөрәк һүҙе” былтырғыһынан да ҡыҙыҡлыраҡ булмаҡсы. Саҡырыу һәм билет эҙләүселәр көндән-көн күбәйә бара. Халыҡты шиғриәткә ылыҡтырыу серҙәрен “Йөрәк һүҙе”нең “әсәһе” Наилә Әбделхәй ҡыҙы Сәфәрғолова үҙе генә белә һәм ихлас уртаҡлаша. “Беҙ – “Урал батыр” һымаҡ мәңгелек әҫәр ижад иткән халыҡ балалары. Беҙ – һүҙ ҡәҙерен белгән, уның көсөнә ышанған халыҡ, – ти Наилә Әбделхәй ҡыҙы, – миндә бер генә теләк, шиғриәткә табынған, һүҙ ҡеүәтен баһалаған һәр кеше “Йөрәк һүҙе”нән мәхрүм ҡалмаһын ине”.

Былтыр, мәҫәлән, “Йөрәк һүҙе”н тыңларға һәм ошо тәжрибәне үҙҙәрендә таратырға өйрәнеү өсөн маҡтаулы Ҡаҙандан бер юлы ете кеше килгән. Быйыл татар ҡәрҙәштәребеҙ ике тапҡыр күберәк – 14 кеше киләсәк. Ә килергә теләүселәр күберәк икән. Ҡабул итеүселәрҙең залда урын вәғәҙә итә алмауы күптәрҙе Ҡаҙанда ҡалырға мәжбүр иткән. Шуныһы ла билдәле, татар дуҫтарыбыҙ “Йөрәк һүҙе”нә шаһит булырға һәм үҙҙәрендә лә ошондай тамаша ойошторорға ниәтләй икән.
Читайте нас: