Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Октябрь 2019, 12:42

Бер туған Шаһиевтарҙың йыр-моңон ишетергә теләйһегеҙме? Атайҙан ҡалған моң, көс һәм ҡөҙрәт.

Шаһиевтарҙың атаһы Хызыр бабай улдарына мираҫ итеп нимә ҡалдырған?

Ошо хаҡта миңә бер нисә тапҡыр Кинйәбулатта һөйләгәйнеләр. Барлыҡ Рәсәйгә билдәле бер туған Шаһиевтарҙың аталары хаҡында иҫкә төшөрөүем.

Һуғыш ваҡытында Хызырҙың йырлағанын белгән яуҙаштары: “Пой, Хызыр, пой! Ты же хорошо поешь”, – тип үтенә икән. Хызыр ағай окопташтарына “Азамат”ты йырлап ишеттергән.



Алыҫтарҙан, ай, күренгән

Ирәндеккәй тауының аҡ ташы.
Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы...
Башҡорт йыры, төнгө тынлыҡты арбап, тирә-яҡҡа таралған, хатта дошмандар яғына барып еткән.
– Хорошо поешь, только скажи, о чем ты поешь? – тип һорай икән окопташ урыҫтар.
Хызыр ағай ҡыҫҡа ғына аңлатып биргән.
“Вон там белеет гора одинокая,
Где не побывал, не видал мужик со своим конем.”
– Так мало слов и так много песни, – тигәндәр яуҙаштары.
– Нет, ребята, эта песня про нас, куда только не бросала наши головы судьба, – тигән икенсеһе.
Шул ваҡыт ҡаршы яҡтан да ҡысҡыра башлағандар: “Пой, мужик, пой”. Хызыр Шаһиев тағы ла йырлаған.
Бер туған Шаһиевтарҙың йырлағанын тыңлағанда мин йыш ҡына уларҙың атаһы Хызыр Хафиз улын иҫкә төшөрәм. Уның хаҡында бер нисә тапҡыр яҙғаным, һөйләгәндәрен һоҡланып тыңлағаным, дуҫтарымдың атаһы булған өсөн генә түгел. Хызыр ағай улдарына мираҫ итеп бик һирәктәргә генә эләгә торған йыр-моң оҫталығы ҡалдырған. Ошонан да ҙурыраҡ байлыҡтың булыуы мөмкинме?
Бер хыялым бар ине. Нисек тә Өфө ҡалаһының иң ҙур залдарының береһендә бер туған Шаһиевтарҙың аталарына арналған концертын ойоштороу. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хызыр Хафиз улы Шаһиев бындай иҫтәлеккә, һис шикһеҙ, лайыҡ. Үҙенең йыры, моңо, әрһеҙлеге, иң мөһиме, шундай улдар үҫтергәне өсөн.
Ә бөгөн шундай мөмкинлек бар. Интернет селтәрҙәр ярҙамға килә. Хәҙер оҙаҡҡа һуҙмай Шаһиевтарҙың үҙҙәренә һүҙ бирәбеҙ. Әйткәндәй, бөгөн Хәйҙәр Хызыр улының тыуған көнө. Ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ! Сентябрҙә Харис ағайға 70 йәш тулды, ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Хызыр улы 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Ҡотлайбыҙ! Оҙон ғүмер, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына Юлай Ғәйнетдиновтан аудио һәм видео-яҙмалар тәҡдим итәбеҙ. Йырҙарҙы тыңлау өсөн күк төҫ менән билдәләнгән һылтанмаларға баҫыу ҙа етә, ә Шаһиевтарға арналған "Хазина"ны асыу өсөн аҫтағы "тәҙрә"нең уртаһындағы өс мөйөш төймәгә баҫығыҙ.



1. Ғәли Шаһиев. "Азамат": https://yadi.sk/d/yP03RPIBjTHi3Q
2. Альберт Шаһиев. "Ҡаһым түрә": https://yadi.sk/d/CV9l6_NEB1OS3w
3. Әхәт Шаһиев. "Селек йыры": https://yadi.sk/d/UglK0xWlNwuD-Q
4. Марс Шаһиев. "Урал": https://yadi.sk/d/nGrq_iLMW9nn6Q
5. Марс Шаһиев. "Ғайса ахун": https://yadi.sk/d/5Vvy3nJ5go16vg
6. Марс Шаһиев. "Буранбай": https://yadi.sk/d/u22w1lE27WrovA
7. Харис Шаһиев. "Түрәкәй": https://yadi.sk/d/CLOWDiNd_UvvWA
8. Хәйҙәр Шаһиев. "Атай йыры": https://yadi.sk/d/Pxe9D3-t1r3MRA
9. Хәйҙәр Шаһиев. "Уйыл": https://yadi.sk/d/oS3U2d_l3lB98g
"Ағиҙел" журналы сайты әлеге виртуаль концертты ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамы өсөн халҡыбыҙҙың тере хазинаһы Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдиновҡа ысын күңелдән ихлас рәхмәтен белдерә.




Читайте нас: