Беренсе урынды Элвин Грей, йәки, аныҡлап әйтһәк, Радик Юлъяҡшин ныҡлы тотоп тора. Ҡайһы бер әсе теллеләр был башҡорт егете Салауат Фәтхетдинов менән низағлашҡандан һуң үҙенең популярлығын күтәрҙе, тип иҫәпләй. Эйе, күптән мәғлүм, эстраданы бәхәстәр һәм конфликттар күтәрә. Мәҫәлән, Радик Юлъяҡшин менән Салауат Фәтхетдиновтың урынһыҙ низағлашыуы тәүгеһе файҙаһына тамамланды һәм Салауат Фәтхетдиновтың популярлығының административ ресурсҡа ҡоролоуын фашланы. Радик Юлъяҡшин Аҡ Барс-аренала тулы зал йыйып, үҙенең популярлығын раҫланы. Хатта “Аҡ Барс” уйнаған саҡта хоккей матчына был тиклем тамашасы йыйылмай. Ә Радиктың яҡташы Салауат Фәтхетдинов нимә менән яуап бирә? Салауат Фәтхетдинов Камал театры бинаһында аҙналар буйы концерт ҡуя. Уны халыҡтың яратыуын инҡар итеүе ҡыйын, шулай ҙа Салауаттың көндәштәре әйтеүенсә, Татарстандың район һәм ҡалаларынан автобустар менән кешеләр ташып, дәрәжәне күтәреп буламы?
Икенсе урында кем, тиһегеҙме? Әлбиттә, Ришат Төхвәтуллин! Уның концерттарына Башҡортостанда ла, Татарстанда ла билеттар һатылып бөткән. Өҫтәүенә, ул башҡорт вокал мәктәбенең һуңғы йылдарҙа асылған иң танылған исемдәрҙең береһе. Ришат репертуар, оҫталыҡ йәһәтенән бик әүҙем эшләй. Ришаттың Туймазы районының боронғо башҡорт аулылынан икәнлеген өҫтәп әйтәйек.
Өсөнсө урында Әлшәй егете Әнүәр Нурғәлиев. Тулы залдар йыя, уның концерттарын көтөп алалар, Әлшәй егете хатта башҡорт йырҙарынан ғына торған концерт әҙерләргә лә теләк белдергән.
Эстрада күгендә йондоҙҙар күп, тик әлегә улар тәүге өс урынды биләгән Радик, Ришат, Әнүәргә бик көндәшлек күрһәтә алмай. Концерт миҙгеленең башаланған ғына сағы, артабанғы күрһәткестәр нисек булыр, ваҡыт үҙе күрһәтер.