Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Октябрь 2019, 16:39

Салауат Әбүзәр. Ҡаҙан ҡалаһы. Тинсурин театры. Өфөгә “Хыялый”ҙы тейәп килмәйҙәр.

Татарстандың Кәрим Тинсурин исемендәге драма һәм комедия театры үҙенең тамашасыларын ҡәләмдәшебеҙ Салауат Әбүзәрҙең “Хыялый” лирик комедияһы менән ҡыуандырҙы. Ике көн барған премьера аншлаг менән үткән, хатта баҫып тороп ҡараусылар ҙа булған.

Татарстандың Кәрим Тинсурин исемендәге драма һәм комедия театры үҙенең тамашасыларын ҡәләмдәшебеҙ Салауат Әбүзәрҙең “Хыялый” лирик комедияһы менән ҡыуандырҙы. Ике көн барған премьера аншлаг менән үткән, хатта баҫып тороп ҡараусылар ҙа булған.
Тинсурин театры башҡорт драматургтарының әҫәрҙәренә йыш ҡына мөрәжәғәт итә. “Хыялый”ҙы улар үҙҙәренсә ҡуйған, спектакль тамашасы күңеленә үтеп ингән һәм һәр кешелә йылы, яҡты хис-тойғолар уятҡан. Иң мөһиме, ҡуйыусылар драматургтың төп фекерен аңлаған һәм шуны тамашасы йөрәгенә еткерә белгән. Салауат Әбүзәр дөрөҫ әйтә, ҡартайғас та тормош дауам итә, тик ғүмер буйы ергә төбәлеп түгел, өҫкә, юғарыға ҡарап йәшәргә кәрәк.
Салауат Әбүзәрҙең “Хыялый”ы бына етенсе миҙгел инде Башҡортостан тамашасыһын арбай һәм тиҙ генә сәхнә ҡалдырырлыҡ түгел һымаҡ. Башҡорт академия драма театрында драматургтың “Хыялый”ы менән бергә “Бомба” комедияһы ла ҙур уңыш менән бара.
Ошо көндәрҙә Кәрим Тинсурин театры Өфөгә килә һәм өс спектаклен тәҡдим итә. Тик мин күпме эҙләһәм дә, ошо өсәү араһында “Хыялый”ҙы тапманым. Әллә күршеләр урманға утын тейәп бармайҙар, йә Тулаға самауыр һөйрәп йөрөмәйҙәр, тигән әйтемдәрҙе ысын мәғәнәһендә үҙләштерҙеләрме икән, “Хыялый”ҙы алып килеүҙе кәрәк тип тапмағандар. Башҡорттарға Академия драма театрында барған “Хыялый” етте, тинеләрме икән, күрһәтмәҫкә булғандарҙыр.
Ә бит талапсан Өфө тамашасыһы ике спектаклде ҡарап сағыштырыр, һоҡланыр һәм үҙенә рухи көс алыр ине. Ярай, әлегә көтөрбөҙ, киләсәктә бәлки алып та килерҙәр.
Әйткәндәй, беҙҙең Салауат Әбүзәр бик баҫалҡы кеше. Үҙенең юғары дәүләт премияһы лауреаты икәнлеген бер ваҡытта ла һөрәнләп йөрөмәйәсәк. Шуға күрә афишаларға, буклеттарға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәр тип өҫтәгәндә, һис тә артыҡ булмаҫ.
Читайте нас: