Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Октябрь 2019, 10:49

Рәсәй иҡтисадын ҡайһы төбәктәр тотоп тора? Кем күтәрә ала, шуға күберәк тейәйҙәр.

Интернет киңлектәрендә ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәттәр менән аналитик күҙәтеүҙәр күренә башланы. Шунда килтерелгән һандарға ҡарап, теге йәки был республиканың, өлкәнең, округтың Рәсәйҙә биләгән урынын асыҡларға мөмкин. Быға тиклем белмәй инем, Рәсәйҙәге 85 төбәктең 75-нә илдә етештерелгән эске тулайым продукттың яртыһынан саҡ ҡына аҙы – теүәлерәк әйтһәк, 48 проценты самаһы тура килә. Был һандар бәлки кемделер ҡәнәғәтләндерер ине, әгәр ун төбәк иҫәбенә ҡалған 52 процент тура килмәһә.

Нимә, ошо ун ҡеүәтле һәм егәрле төбәккә, ҡалған 75 төбәк етеш йәшәһен өсөн көнө-төнө тир түгергә тура киләме инде?
Ошо урында республикабыҙҙағы бик бай, етеш район хакимиәте башлығы менән бер нисә йыл элек булған һөйләшеү иҫкә төштө.
– Район ҡаҙнаһын тултырыу тулыһынса беҙҙең өҫтә, артҡанын республика ҡаҙнаһына күсерәбеҙ, – тип зарланды башлыҡ. – Бына күрше район, ҡаҙна өсөн ҡайғыраһы түгел, барыһын да өҫтән төшөрәләр. Эш хаҡы түләү, социаль объекттарҙы тәьмин итеү проблемаһы уның өсөн юҡ. Күберәк етештерергә һәм табыш алырға кәрәкмәй, һалым йыйыу уның өсөн проблема түгел. Ә беҙгә йыл әйләнәһенә ошо хаҡта баш ватырға тура килә.
75 төбәктең мәшәҡәттәрен хәл иткән ун төбәк иҫәбендә, бәхеткә, тип әйтәйекме, беҙҙең Башҡортостан да бар. Ғөмүмән, Рәсәй иҡтисадын бөгөн Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Мәскәү өлкәһе, Ханты-Мансы, Ямал-Ненец автономиялы округтары, Краснодар, Красноярский крайҙары, Свердловский өлкәһе, Татарстан һәм Башҡортостан тотоп тора.
Әлбиттә, иң үҙәктә – Мәскәү, барыһы ла аңлашыла, иң ҡеүәтле сеймал сығарыусылар мәркәздә теркәлгән, һалым шунда ағыла һәм аҡса шунда өйрөлә. Миҫал өсөн, Рәсәйҙең банк-финанс системаһын ғына алайыҡ, быйыл саф табыш 1,5 триллион һумға етәсәк, тип көтөлә, шуның 1 триллион һум самаһы “Һаҡлыҡ банкы”на тура килер. Етештереүҙе үҫтереп, эш урындары булдырып, өр-яңы завод-фабрикалар асып, һалым түләп йонсоғансы, аҡсаны бурысҡа биреп, триллион һумлап табыш алыу анһат бит.
Әлегә Рәсәй иҡтисадын нефть, газ, урман һәм ҡорал һатыу тотоп тора. Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы үҫешә башланы, йыл һайын 30-35 миллиард долларлыҡ иген һатыу Рәсәй агро-сәнәғәт комплексын нығытыуға булышлыҡ итә. Донъя баҙарында аҙыҡ-түлеккә ихтыяждың ҙур булыуын иҫәпкә алһаҡ, был тармаҡ киләсәктә сеймал һатыуҙы алыштырыуы бик ихтимал.
Шулай ҙа ун ҡеүәтле төбәктең ҡалған етмеш бишен үҙ иҫәбенә көн итергә
мәжбүр булыуы уйландырмай ҡалмай. Дотация иҫәбенә йәшәгән төбәктәр ҙә үҙ
иҡтисадтарын үҫтереүгә ынтылыш күрһәтергә тейеш.
Читайте нас: