Кинофильм тураһында күп яҙылды, ул оҫта төшөрөлгән, мауыҡтырғыс, иң мөһиме, ышандыра. Ни өсөн ышандыра? Ул беҙҙең күңелебеҙгә яҡын. Башҡорт кешеләре, башҡорт тәбиғәте, милли ихласлығыбыҙ бик оҫта бирелгән.
Арыҫлан Ҡырымсуриндың нисек үҫеүен күрегеҙ әле, ябай ғына бер малай ине, мөһәбәт илебеҙҙә иң танылған әртискә әйләнде лә ҡуйҙы. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тәүге тапҡыр халыҡ алдына сыҡҡанда әле үҙенең ниндәй ҙур эш ҡылғанын аңлап та бөтмәгән малай ине, юбилей сараларының уртаһында ҡайнай торғас, самаһыҙ иғибарҙан йонсоп та китте, буғай. Осрашыуҙарҙың береһендә Арыҫландың, Мостай Кәрим исемендәге фондтың ойоштороусыһы Тимербулат Кәримовты йүгереп килеп ҡосаҡлап алыуын сарала ҡатнашҡан халыҡ алҡыштар менән ҡаршы алды.
Маладис, Арыҫлан! Йондоҙлоҡтоң һәр кем күтәрә алмаҫлыҡ ауырлығын, баяғы, лайыҡлы күтәрҙе, буғай. Һәр кем менән ихлас һөйләшә, теләк менән фотоға төшә, үҙен бик ябай тота.
Киләсәктә лә шулай бул, Арыҫлан! Йондоҙлоҡ, популярлыҡ мәңгелек түгел, артабан да йәшәргә кәрәк. Тормош дауам итә.