Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Октябрь 2019, 17:54

Горбачевҡа Руслан Хасбулатов килеп ҡушылды. Ҙур кешеләр ваҡ-төйәк хаталарға юл ҡуймай.

Горбачевҡа Руслан Хасбулатов килеп ҡушылды. Ҙур кешеләр ваҡ-төйәк хаталарға юл ҡуймай. Сөнки ҙур кешеләр (ҙур вазифалы, ҙур сәйәси дәрәжәле) ҙур хаталарға ғына юл ҡуя ала. Уларҙың хатаһы ҙур һуғыштарҙы башлай, миллиондарҙың йәнен ҡыя, илдәрҙең тарҡалыуына килтерә, тиҫтәләрсә миллион кешене бөлдөрә.

Эйе, ҙур шәхестәрҙе ваҡ-төйәк хаталар менән күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Михаил Горбачевты иҫкә алғанда ошондай сағыштырыуҙар иҫкә төштө. Бөгөн СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы президентының һалҡын һуғышта еңеүгә иҫәп тотоуын иҫкә лә алып тормаҫ инек, әгәр был дәғүәләргә РСФСР Юғары советының элекке рәйесе Руслан Хасбулатов килеп ҡушылмаһа. Эйе, Руслан Имран улы ла үҙен еңеү шатлығының аш тәмләткес япраҡтары еҫенән мәхрүм ителгән, тип иҫәпләй һәм Горбачевты яҡлап һүҙ әйтә. Йәнәһе, Көнбайыш шым ғына йөрөгән дә, СССР тарҡалғас, уртаҡ еңеүҙе үҙенеке генә тип белдергән һәм рәсәйҙәрҙе еңеү шатлығынан мәхрүм иткән.
Эх, һеҙ, әфәнделәр... Һеҙ СССР-ҙы тарҡатҡанда һәм власть өсөн көрәшкәндә ябай халыҡ лавр япраҡтары тураһында түгел, нисек асҡа үлмәү хаҡында баш вата ине. Эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ һәм хәйерселек. 90-сы йылдарҙы халыҡ ошондай кәмһенеүҙәр һәм рәнйетелеүҙәр аша ғына хәтерендә тотасаҡ, был хаҡта балаларына һөйләп ҡалдырасаҡ.
Ни хәл итәһең, Рәсәйҙә сәйәси тарих ғүмер баҡый шулай ҡоролған, тәүҙә береһенән-береһе ҙурыраҡ юлбашсылар халыҡтың йәшәү кимәлен түбәнәйтерлек хаталарға юл ҡуйған, миллиондарса ҡорбан килтерелгән, ә аҙаҡ ваҡиғаларҙы шымартып, ялтыратып, һөрткөләп халыҡҡа еткергәндәр. Рәсәй тарихы киләсәктә нисек һүрәтләнерен күҙ алдына килтереп булмаған берҙән-бер ил, тип юҡҡа әйтмәйҙәр.
Халыҡ алйот түгел, әйҙәгеҙ, тарихты нисек бар, шулай хәтерҙә ҡалдырайыҡ. Юғиһә, 90-сы йылдарҙа ғына булған ваҡиғаларҙы ялтыратып күрһәтергә теләүселәр табылып ҡына тора.
Читайте нас: