Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Октябрь 2019, 10:01

Михаил Горбачев үҙен иҫкә төшөрҙө. Уға тағы нимә ҡалмаған икән?

Ошо аҙнала күпселек халыҡ Михаил Сергеевичты иҫкә төшөрҙө һәм уның иҫән икәнлеген белде. Уның ҡалҡып сығыуының сәбәбе шул, баҡ тиһәң, Горбачев әйтеүенсә, “Һалҡын һуғыш”та еңеү уртаҡ булған икән. Тик Көнбайыш илдәре үҙҙәрен еңеүсе тип иғлан итеп өлгөргән, ҡыҫҡаһы, беҙҙән еңеүҙе тартып алғандар һәм хосусилаштырғандар.

Ә бына СССР-ҙың тарҡалыуы, халыҡтың бөлөүе, Советтар союзы етәкселегенең, атап әйткәндә, уның беренсе һәм һуңғы президенты Горбачевтың икеле-микеле сәйәсәте, уңды-һулды айырмауы ниндәй хаталарға килтереүе, был хаталар өсөн Рәсәй халыҡтарына түләргә тура килеүе хаҡында Горбачев өндәшмәй.
Тарихҡа яҙылған бит инде, беҙ еңелдек һәм беҙгә нисәмә йылдар буйы аяҡ һөрттөләр. Ул ғына ла түгел, Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең Бөйөк Еңеүҙе юҡ итергә, онотторорға һәм үҙҙәренә тартып алырға итәләр.
Хәҙер заман үҙгәрҙе, Рәсәй ныҡлы аяғына баҫа һәм башҡаларҙы үҙе менән типә-тиң тойорға мәжбүр итә.
Хәйер, Горбачевтың уртаҡ еңеү хаҡындағы дәғүәләрен аңларға мөмкин, уртаҡ
тигәнде беҙ Горбачевтың да еңеүе, тип аңларға мәжбүр буласаҡбыҙ. Ә инде был
осраҡта Михаил Сергеевичты еңеүсе сифатында күреүҙе һис тә күҙ алдына килтереп
булмай.
Читайте нас: