“Һеҙ – һуңланығыҙ, беҙ – ҡабаландыҡ” яҙмаһы ысынбарлыҡҡа, йәки булған ваҡиғаларға таянып яҙылған. Сит-ят, бығаса таныш түгел тема тип әйтеп булмаҫ. Үкенескә ҡаршы, йәш үҫмерҙәр араһында енси бәйләнештәр йылдың-йылы нығыраҡ тарала. Төп инстинкттан ҡотолоп булмай, тип еңел генә аңлатыр инек, үҙебеҙ ҙә һеҙҙең һымаҡ балалар үҫтерәбеҙ, тимәк, ҡайҙа барырға, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәйбеҙ.
“Һеҙ – һуңланығыҙ, беҙ – ҡабаландыҡ” яҙмаһын дүрт-биш көн эсендә меңгә яҡын кеше уҡыны. Был мәсьәлә бик күптәрҙе борсой икән. Маҡсатыбыҙ шул, ифрат сетерекле мәсьәләне хәл иткәндә саҡ ҡына миһырбанлы, түҙемле һәм иғтибарлы булаҡ ине. Бәлки яҙмабыҙ, исмаһам, бер сабыйҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыр. Үҫмерҙәргә ҡарата иғтибарлы булайыҡ.