“Әҙәби Башҡортостан” Министрҙар Советы бинаһының дүртенсе ҡатындағы бәләкәй генә бер бүлмәне биләй ине. Бер көндө Маҡсуд Сөндөклө Назар Нәжмигә зарлана:
– Беҙҙең был бүлмә төрмә кеүек ҡараңғы. Бер ваҡытта ла ҡояш төшмәй.
– Маҡсуд ағай, төштән һуң төшә бит! – тип шарҡылдап көлә Назар Нәжми.
Баҡтиһәң, Сөндөклө төшкә тиклем генә ултыра ла төштән һуң эштән һыҙа икән.
Сөндөклө менән бәйле тағы бер мәҙәк. “Әдәби Башҡортостан” журналы хеҙмәткәрҙәре һәр номер сығыр алдынан күмәкләшеп корректура уҡыйҙар. Бер генә тапҡыр түгел, ике-өс тапҡыр. Сөндөклө иптәштәренә ҡарай ҙа ғәжәпләнә икән:
– Шул корректура тигәнегеҙҙе ҡат-ҡат уҡыйһығыҙ. Бик ҡыҙыҡмы ни шулай?