Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Октябрь 2019, 17:14

Ныҡышмалы эш ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Юлдарҙа үлем осраҡтары кәмей.

Хөкүмәт ултырышында Республика Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың туғыҙ айында төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәрен иғлан итте. Күпселек күрһәткестәр ыңғай һәм республикала артабан үҫеш өсөн потенциал барлығы хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, сәнәғәт етештереүе 104,9 процент тәшкил итә. Рәсәйҙә был күрһәткес 102,7 процент.

Төҙөлөш комплексында үҫеш 102,7 процент. 1,5 млн. квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, былтырғы туғыҙ ай менән сағыштырғанда, 111 процент. Үҫеш агросәнәғәт комплексында ла һаҡлана, республика һөт етештереү буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй.
Республикаала демография проблемаларын хәл итеүгә етди иғтибар бүленә. Кешеләр үлеме, былтырғы осор менән сағыштырғанда, 3,8 процентҡа кәмерәк теркәлгән. Радий Хәбиров: “Кеше ғүмерен һаҡлау буйынса комплекслы саралар үткәреү өс меңләп кешене үлемдән ҡотҡарып ҡалды. Шул иҫәптән, юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтары 8,8 процентҡа, контрафакт спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлеү 7,1 процентҡа кәмене. Ә ил буйынса, үкенескә ҡаршы, ағыуланыусылар һаны14 процентҡа артҡан. Беҙҙең берҙәм һәм ныҡышмалы эшебеҙ ыңғай һөҙөтмәләр бирә”, – тип билдәләне.
Фото: Gummy-beer - собственная работа, CC0, https://commons.wikimedia.org/w/index.php?curid=41467613
Читайте нас: