Әхлаҡ, әҙәп әҙәбиәттә генә ҡалып бара. Ә әҙәбиәтте хәҙер бик уҡып бармайҙар шул. Беҙҙең заманда китап өсөн кистән сират алып ҡуялар ине. Күптән түгел Өфө урамында шундай бер күренештең шаһиты булырға тура килде миңә. Бер егет тротуарға китаптар теҙеп һалған да шуларҙы һатырға аҙаплана. Әммә күңел өсөн берәйһе туҡтаһасы! Иғтибар ҙа итмәй уҙып китәләр. Ахырҙа өлкән йәштәрҙәге бер рус ҡатыны туҡтаны. Бына китаптар менән ҡыҙыҡһынған берәү табылды, тип уйларға өлгөрмәнем, ул теге егеткә ҡарап: