Мин бығаса банкта аҡсалар бик ныҡ һаҡлана, миллионлап түгел, бер тин урлау ҙа мөмкин түгелдер, тип уйлай инем. Ә банктан аҡсаны тоҡлап ташып була икән.
Ана, тағы берәү эләккән, 43 миллионды ташыған һәм аҡсаны ҡайҙа ҡуйғанын да хәтерләмәй. Иң ҡыҙығы шул, ғәҙел хөкөм ханымды төрмә һурпаһы һемереүгә лайыҡ түгел, тип тапҡан һәм әлегә ике айға өйөндә ареста тотоуға хөкөм иткән. Әлбиттә, судҡа тиклем.
Урлашыуҙың ике осрағы, ике ханым, суммаларҙа айырма ҙур. Икенсеһе тәүгеһенә ҡарағанда 20 миллионға күберәк һеңдергән. Уның ҡарауы, икенсеһе – өйөндә йылы түшәктә, ә әҙерәк урлағаны – тикшереү изоляторында.
Ике төрлө хөкөмдән һуң халыҡ, күберәк урлаһаң, һиңә мөнәсәбәт тә мәрхәмәтлерәк, тип уйламаҫмы икән?