Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Октябрь 2019, 10:51

Бөйөк замандашыбыҙҙың 100 йыллығына арналған байрам саралары дауам итә.

Бөгөн байрамда ҡатнашыусылар Башҡорт дәүләт университетында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге әҙәби оҫтаханала шағир исемендәге премияларҙы тапшырыуҙа ҡатнашасаҡ. Ә көндөҙгө сәғәт 2-лә Башҡорт дәүләт педагогия университетында Мостай Кәримдең бюсты асыласаҡ.

19 октябрҙә көндөң тәүге яртыһында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Рәсәй мәҙәниәте һәм әҙәбиәтенең күренекле вәкилдәре Иосиф Кобзонға һәм Андей Дементьевҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыласаҡ.
Байрам саралары Мостай Кәрим һәйкәле эргәһендә бик йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс булмаҡсы. Бында яҙыусылар, студенттар, уҡыусылар Мостай Кәрим шиғырҙарын уҡыу буйынса флешмобта ҡатнашасаҡ.
Республика етәкселәре, саҡырылған ҡунаҡтар Мостай Кәрим һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һаласаҡ.
Ә кисен “Торатау” конгресс-холында бөйөк замандашыбыҙ Мостай Кәримдең йөҙ йыллығы айҡанлы тантаналы йыйылыш буласаҡ һәм ҡабул итеү ойоштороласаҡ.
20 октябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған тантаналар Шишмә районы Келәш ауылында дауам итәсәк. Бында ауыл мәҙәниәт һарайы асыласаҡ, шағирҙың 100 йыллығы айҡанлы концерт күрһәтеләсәк.
Байрам саралары бик күп һәм йөкмәткеле булыуы менән һөйөндөрә. “Родина” кинотеатрында талантлы режиссер Айнур Асҡаровтың “Өс таған” кинофильмының премьераһы көтөлә, күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.


Фото редакция архивынан алынды.
Читайте нас: