Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәрҙә яңы флешмобтың шарттары менән уртаҡлашты. Бүләк шарттарын уртаҡлашыусылар төрлө урында бейеүҙәрҙе күрһәтә башлаған да инде. Мәскәү, Санкт-Петербург, диңгеҙ буйҙары... Республика Башлығының төп шарты – бейеү Башҡортостандан ситтә, йәки төбәктә булғанда ҡунаҡ менән башҡарылырға тейеш.
Радий Хәбиров: “Илдең йәки донъяның танылып торған урынында беҙҙең егеттәрҙең бейеүе миңә оҡшай. Улар берәүгә лә ҡамасауламай һымаҡ. Киреһенсә, кешеләр ҡыуана һәм фотоға төшөрә. Былай итәйек: иң матур бейеү өсөн бер нисә айҙан мин шәхси бүләгемде тапшырасаҡмын. Һылтанмаларығыҙҙы көтәм”, – тип белдерҙе.
“Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары сайттары мәғлүмәт спонсоры булыуҙы үҙ өҫтөнә ала.