16 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан республикаһы диниә назаратының 8-се отчет-һайлау йыйыны үтте. Уның эшендә республиканың барлыҡ ҡалаларынан һәм райондарынан 152 делегат ҡатнашты. Йыйындың төп мәсьәләһен – яңы рәйес һайлауҙы саҡырылған дин әһелдәре быға тиклем рәйес вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Айнур Бирғәлин файҙаһына хәл итте. Уставҡа ярашлы, рәйес биш йылға һайланды.
Шулай уҡ делегаттар идаралыҡ уставына үҙгәрештәр индерҙе. Урындағы мосолмандар хәҙер Башҡортостан республикаһы Диниә назараты үҫешенә һәм көндәлек эшмәкәрлегенә йоғонто яһау мөмкинлеге ала. Уставтағы үҙгәрештәр хәл иткес ҡарарҙарҙы урындарҙағы өммәләр менән бергә тикшереү мөмкинлеге бирә, тимәк, һуңғыларҙың вәкәләттәрен киңәйтә. Мөһим үҙгәрештәр идаралыҡҡа ла ҡағылды. БР Диниә назараты президиумы мөмкинлектәре арттырылды, аҡһаҡалдар һәм ғалимдар ҡорҙары төҙөлдө.