Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Октябрь 2019, 12:07

Марат ағай көлдөрә...

“Ағиҙел” журналы редакцияһына Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовтың килеп китеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Уҡыусыларға яҡшы таныш булған “Күңелемдәге ҡуйын дәфтәре”нең дауамын алып килде. Ошо дәфтәрҙәге ҡайһы бер яҙмалар менән Һеҙҙе таныштыра торорға булдыҡ.

МАРАТ АҒАЙ КӨЛДӨРӘ...
Яҙыусылар дачаһы “Аҡлан”. Ҡайһы бер яҙыусылар умарта ла тота. Бер саҡ шулай үтеп барғанда Зөлфәр Хисмәтуллинды ҡорт саға. Әмәлгә ҡалғандай, дача хужаһына тап була.
– Зәйнәп апай, ҡортоң саҡты бит әле. Бына, күҙем шешеп сыҡты, – ти Зөлфәр.
– Булмаҫ, булмаҫ. Минең ҡорттар үҙем кеүек йыуаш ул. Һине ана Яныбай Хамматовтың ҡорттары саҡҡандыр, – тип яуаплай Зәйнәп Биишева. – Мал эйәһенә оҡшай бит ул.
Зәйнәп апайҙың “йыуашлығы”н яҙыусыларҙан кем генә белмәй...
Читайте нас: