Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Октябрь 2019, 11:49

"Орел"

Атай булмағас, ҡурабыҙға ат йыш инмәне. Атайлылар, үҙҙәренеке булмаһа ла, колхоз атынан өҙөлмәне. Шуға ла бала саҡтан һыбай йөрөргә ҡурҡыңғырай инем. Ләкин ат менеп сапҡан бер ваҡиға әле лә хәтерҙә һаҡлана.

Атай булмағас, ҡурабыҙға ат йыш инмәне. Атайлылар, үҙҙәренеке булмаһа ла, колхоз атынан өҙөлмәне. Шуға ла бала саҡтан һыбай йөрөргә ҡурҡыңҡырай инем. Ләкин ат менеп сапҡан бер ваҡиға әле лә хәтерҙә һаҡлана.
Өсөнсөлә уҡыған саҡ ине, шикелле. Күрше Имәндәш ауылының магазины алдында торам. Ат менгән Әхәт исемле (ул әсәйем яғынан нәҫел) лесник ағай килеп сыҡты. Мине күреп:
– Әйҙә, туғаным, атты ҡарап тор. Магазинға инеп сығам, – тип мине күтәреп эйәргә ултыртты. Ул инеп китеүе булды, ат бер-ике бышҡырҙы ла, сабып сыҡты ла китте. Эйәргә сат йәбештем. Ат ярһығандан-ярһый, соҡор-саҡырҙы һикереп үтә. Мин бер нәмә күрмәйем, ел бәреүҙән күҙҙәргә йәш тулды. Еҙем йылғаһының кисеүе аша сыҡҡанда ла яйламаны был, оса ғына! Ике саҡрым самаһы сабып, ауылыбыҙҙың урамын нисек үткәнде лә һиҙмәй ҡалдым. Әхәт ағайҙың өйөнә етеп, ҡапҡалары алдына килеп туҡтаны...
Үҫә төшкәс, ул атты байтаҡ менеп йөрөргә тура килде. “Орел” ҡушаматлы шәп ат ине. Минән ике йәшкә өлкән ағайым бер саҡ уның менән һабантуҙа ярышып, икенсе урын яуланы.
Әйткәнемсә, бала саҡта ат атланырға ҡурҡа инем. Ошо “Орел” бер менеүҙә ҡурҡыуымды алып ташланы.
Читайте нас: