Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов “Ағиҙел” журналы редакцияһына килеп инде. Хәл-әхүәл һораштыҡ.
– Бер күҙгә операция эшләткәндән һуң утын ярғайным, көс төшкән, ахыры, насар күрә, – тине. – Хәҙер икенсеһенә эшләтергә уйлайым. Утын ярмаҫмын инде...
Марат ағай журналға күстәнәс алып килгән. Шуларҙы ҡараштырып ултырҙыҡ. “Һәр бер юбилей – үткән юл бағанаһы. Тағы нисә бағана һанайһым ҡалған икән?..” тигән һөйләмде уҡыны ла:
– Һин йәшерәк кеше, башың шәберәк эшләй, ошо һөйләм аҙағына нимә өҫтәргә була икән? – тип һораны.
– Марат ағай, әйтелгәне аңлашылып тора. Нөктә ҡуяһың да, шуның менән бөттө, – тим.
– Дөрөҫ әйтәһең, – тип йылмайҙы ағай. – “Нөктә” ҡуйырға пора инде...
– Юҡ, Марат ағай, нөктә түгел, күп нөктә ҡуябыҙ, – тинем.