Бала саҡ инде шул, шуҡ саҡ. Малайҙар менән урамда уйнап йөрөйбөҙ. Бер мәл ат атланып ҡайтып барған дуҫыбыҙҙы күреп ҡалдыҡ. Атлатып ҡына бара. “Был атта саба беләме икән” тип, тотондоҡ атты ҡыуаларға. Мин ҡыҙыбыраҡ киткәнмен, күрәһең, сыбыҡ алып, аттың һыртына һыҙырыуым булды, тыныс ҡына атлаған ат тибеп ебәрмәһенме! Ярай әле, тояғы баш бармаҡҡа ғына эләкте. Ауыртһа ла малайҙар алдында һыр бирмәнем. Шулай ҙа оҙаҡ ҡына һыҙлап йөрөнө...