Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Октябрь 2019, 16:01

Рәйес Түләк

Бөгөн Шағир Рәйес Түләккә 60 йәш тулған булыр ине.

Бөгөн Шағир Рәйес Түләккә 60 йәш тулған булыр ине. Үлемһеҙ әҫәрҙәр ҡалдырҙы ул. Шиғырҙарының һәр юлы ут шикелле йөрәкте өтөп ала. Ғөмүмән, башҡорт халҡы өсөн, тик башҡортса ғына йырлар өсөн тыуған кеүек Рәйес ағай.
Ул минән апаруҡ ҡына өлкән булһа ла ҡыр итмәне, күңел ҡоронан урын бирҙе. Минең күңелем дә уның өсөн шар асыҡ булды. Хәйер, Рәйес ағай бөгөн дә йөрәгемдең иң түрендә урын алған Шағирҙарҙың береһе.
Десант ғәскәрендә хеҙмәт итһә лә, себенде лә рәнйетмәҫ сабый күңелле булды. Кешеләрҙең шатлығына ҡыуанды, ҡайғыһына хәсрәтләнде. Осҡондай ғына шатлыҡ-ҡыуаныстан бейеп ебәрә торғайны.
Бер көн Өфө урамынан китеп барабыҙ. Рәйес ағай: “Әйҙә, берәй шиғырыңды уҡы әле”, – ти. Уҡыным. Рәйес ағай ҡолас йәйеп бейергә тотондо. Шул саҡ эргәбеҙгә милиция машинаһы килеп туҡтаны ла, бер ни асыҡлап тормай, икебеҙҙе машинаға ултыртып, алып та китте. Мин борсолған булам, Рәйес ағай машинаның рәшәткәле тәҙрәһенән ҡарап, рәхәтләнеп тороп көлә. Милиция бүлегенә килтерҙеләр. Ниндәйҙер майор һорау алырға тотондо: “Күпме эстегеҙ, исем-шәрифегеҙ кем?..”
Беҙҙең ап-айныҡ икәнде раҫлағас, майор: “Нишләп көпә-көндөҙ ҡала урамында бейеп йөрөйһөгөҙ?” – тип һүгенеп ҡуйҙы.
“Беҙ – шағирҙар”, – тине Рәйес ағай.
Аңланы майор: “Ебәрегеҙ быларҙы, – тине. – Шағирҙар эсмәһә лә иҫерек инде ул!..”
Читайте нас: