Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Октябрь 2019, 11:26

Беҙҙе уятҡан бер йыл.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Мәскәү өлкәһе Красногорский ҡалаһы башлығы вазифаһынан тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуына бер йыл тулды. Элекке Башлыҡтың вазифаһын “үҙ теләге менән” көтмәгәндә ҡалдырыуы, уның урынына ваҡытлыса башҡарыусы итеп Радий Хәбировтың тәғәйенләнеүе республиканың сәйәси элитаһын шаңҡытты тип әйтеү генә аҙ булыр. Ләкин үҙгәрештәр шулай тиҙ һәм кире әйләнеп ҡайтҡыһыҙ шарттарҙа барыуын берәү ҙә күҙ алдына килтермәгәйне. Башҡортостан өлгөһө шуны күрһәтә, Кремль төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешен бик ентекле күҙәтә һәм етешһеҙлектәр өсөн яуаплылыҡты урындағы власть менән бергә күтәрә.

Былтыр власть алышыныуы – республикалағы хәлдәрҙең ҡәнәғәтләнмәҫлек булыуында. Кем белә, бәлки һуңғы тамсыһы былтыр йәй Темәстәге хәл-ваҡиғалар булғандыр. Шул саҡтағы низағ урындағы халыҡтың сабырлығы, түҙемлеге арҡаһында ғына ҙур бәләгә тоҡанып китмәне. Ә элекке башлыҡ Темәстәге конфликтты барып белешеүҙе лә кәрәк тип тапманы. Бынан ун йылдар самаһы элек Кондопогалағы бәрелештән һуң Мәскәү Кремле, төбәктәрҙә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең именлеге өсөн урындағы етәкселәр иң тәүҙә яуап бирәсәк, тип көн элгәре киҫәтеп ҡуйһа ла...
Республика йоҡомһорағайны, был сәйәси йоҡонан кем дә булһа уятыр, эшләргә кәрәклекте иҫбатлар, халыҡ тормошон яҡшыртыу тураһында уйлар, тип көтмәгәйне.
Шулай итеп, Радий Хәбиров ҡайтты һәм Хөкүмәттең иң тәүге ултырыштарында уҡ күпселектең үҙәгенә үткән, халыҡ көткән, сараһыҙлыҡтан кемгә мөрәжәғәт итергә лә белмәгән етешһеҙлектәр тураһында һөйләй башланы. Бер нисә йыл эсендә балалар үлеме буйынса республика артта ҡалған төбәктәр исемлегендә урын алды, Урал тауҙарынан йыл һайын бер нисә миллиард һумлыҡ төҙөлөш ташы сығарыла, ә республикаға килтергән файҙа бер нисә миллион менән генә иҫәпләнә, ә юлдарҙа иһә, ысын мәғәнәһендә – “Техас”. Йылына бер нисә миллиард һум табыш килтергән пассажирҙар ташыу бизнесында мөнәсбәттәр атыш һәм ҡан ҡойош ярҙамында хәл ителә.
Тиҙ арала “Инцидент-менеджмент” эшкә ҡушылды. Ябай халыҡ аптырай: “Ҡарағыҙ әле, ҡайһылай йәтеш. Компьютер аша ике тапҡыр мөрәжәғәт итеп өлгөрмәнем, өс йыл емерек ятҡан күперҙе бер аҙнала төҙәтеп тә ҡуйҙылар”. Икенсе ауылда батаҡаҡҡа күмелеп ятҡан юлға ҡырсын ташыйҙар, өсөнсөһөндә урамдарға яҡтыртҡыс үткәрәләр. Хакимиәттәр хеҙмәткәрҙәренә халыҡ араһына сығыуҙан башҡа сара ҡалманы. Чиновниктер үҙҙәре һорай: “Өҫкә хәбәр ебәрмәгеҙ, әйҙәгеҙ, бергә хәл итәйек”.
Түрә-ҡара һиҫкәнде, йылдамыраҡ ҡыймылдай башланы. “Был хәлдәр күпмегә тиклем дауам итер?” “Сентябргә, һайлауға тиклем түҙегеҙ”, – тиҙәр, әле һайлауҙарға ун ай бар бит әле. Ә халыҡ ҡәнәғәт: “Ниһайәт, Мортазанан һуң властҡа тынғыһыҙ, талапсан, егәрле етәксе килде”. Ә түрәләр аҫтыртын ғына... люстрация көтә. Ә Хәбиров нимә эшләне? Үҙенең элекке сәйәси оппоненттарын юғары вазифаларға тәғәйенләй башланы.
Тулы булмаған бер йыл эсендә “Инцидент-менеджмент” аша 60 меңдән ашыу теге йәки был етешһеҙлектәр хаҡында мәғлүмәт үткән, теркәлгән һәм күпселектә хәл ителгән.
Һөҙөмтә: яңы шарттарға яраҡлашырға ҡулынан килмәгән байтаҡ вазифалы кешегә үҙенең йылы урынын ҡалдырырға һәм еңелерәк эш эҙләргә тура килә.
Әле генә яңғырап, Республика көнө үтеп китте. Кемгәлер – байрам, ә етәкеселеккә ҙур һәм яуаплы эш. Хәйер, байрам ҡайғыһымы, өҫтән ямғыр ҡоя, ҡала һәм райондар башлыҡтары Радий Хәбиров етәкселегендә Өфө ҡалаһында парктарҙы яңыртыу һәм йәшелләндереү буйынса эш тәжрибәһе менән танышып йөрөй. Ә шәмбе көндө Стәрлебашҡа һәм Федоровка райондарына сығып киттеләр. Һайлауҙарҙан һуң һилек көткәндәр хаталанды, хәҙерге Башлыҡ менән тынғы булмаҫ, ахыры. Сентябрь указын уҡып ҡарағыҙ, указда һаналғандарҙы әллә кемдәр килеп эшләмәйәсәк, үҙебеҙгә тормошҡа ашырырға тура киләсәк. Ана, игенде күберәк етештерергә, тигәндәр, тимәк, ун йыл эсендә ташланған майҙандарҙы, ҡайындарын сүпләп, өр-яңынан эшкәртергә тура киләсәк.
Радий Хәбировтың республика һәм унда йәшәүселәр мәнфәғәтен ҡайғыртыуы күпселеккә оҡшай. Сәйәси бәхәстәргә һәм низағтарға хәҙер урын юҡ. Бығаса ҡорғаҡһыған власть вертикале нығынды, ошо аҙнала Хөкүмәттең яңы составы иғлан ителергә тейеш. Алда ҙур, ләкин үтәлерлек эштәр көтә. Алға!
Читайте нас: