Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуға һәм республика көнөнә арналған Байрам сараларының төп өлөшө Салауат Юлаев исемендәге майҙанда һәм “Торатау” конгресс-холы эргәһендәге амфитеатрҙа көнө буйы барасаҡ. Әле өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары РФ ҡораллы көстәрендә хәрби хеҙмәткә контракт буйынса хеҙмәт итеү тураһында мәғлүмәт агитацияһы күргәҙмәһе менән таныша. Заманса хәрби ҡоралдар менән айырыуса балалар, үҫеп килеүсе быуын ныҡлап ҡыҙыҡһына. “Ватан” этнопаркында концерт бара.