Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов Шәһит Хоҙайбиҙин исемендәге премияның быйылғы лауреаттарына дипломдар тапшырҙы.
Абруйлы премияға быйыл “Башҡортостан ”гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт ьбүлеге мөдире Лариса Абдуллина, “Ҡызыл тан” гәзитенең бүлек мөдире Фәнүс Хәбибуллин, Башҡортостан Юлдаш телевидениеһынан Рафиҡ Әхмәтшин һәм “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин лайыҡ булды.
Егәрле ҡәләмдәштәребеҙҙе тос һәм лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!