Ҡала халҡы хаҡтарҙың арзан булыуынан файҙаланып, йәшелсә һатып алды. Ошонда уҡ ҡоролған сәхнәләрҙә һәр райондың концерт программалары тәҡдим ителде. Хатта ямғыр һибәләп тороуы ла ҡамасауламаны. Бер ыңғай үҙеңә оҡшаған аҙыҡ-түлекте лә алырға мөмкин, аҙаҡ концертты ла ҡарарға була.