Бөгөн урамда сәскәләр тотҡан ҡыҙҙар һәм егеттәр күбәйҙе. Улар араһында Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияларының быйылғы лауреаттары ла бар. Ә кемдәр һуң улар? Быйылғы лауреаттар: Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының “Ҡоштар нимә хаҡында һайрай?” музыкаль әкиәтен ҡуйыусы авторҙар төркөмө, “Арғымаҡ” этно-төркөмө ағзалары, “Бабич” фильмында төп ролдәрҙе башҡарыусылар. Бабич премияһының тарихында быйыл беренсе тапҡыр йәштәр бүләгенә ижади төркөмдәр генә лайыҡ булды.