Республиканың төп ипподромында бөгөн ярты йыл барған бәйгегә йомғаҡ яһаласаҡ. Март аҙаҡтарында башланған бәйгеләрҙә ҡатнашыусылар араһында иң көслөләр асыҡланасаҡ. Ат спортын һөйөүселәр хәҙерҙән үк ипподромға урын алып ҡалырға ынтыла. Әйткәндәй, ярыштар көндөҙгө 14 сәғәттән Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы аша тура эфирҙа күрһәтеләсәк.