Ағиҙел
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Октябрь 2019, 19:00

“Торатау” эргәһендәге амфитеатр тамашасыларҙы йыя.

Баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холы эргәһендәге амфитеатр, Салауат Юлаевы исемендәге майҙан бөгөн меңдәрсә кешене йыйҙы. “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” исемле республика милли мәҙәниәттәр фестивале сиктәрендә күрһәтелгән гала-концертты тамашасылар бик йылы ҡабул итте.

Өфө ҡалаһының Үҫмерҙәр театрында “Изгелек теләйем” исемле әҙәби-музыкаль композиция халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналды. Ә ҡаланың ете районындағы иң ҙур майҙандарҙа ойошторолған йәрминкәләрҙә көҙгө байлыҡты ҡулай хаҡтарға һатып алырға мөмкин ине.