Өфө ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Халыҡ мәңгелек хәтерендәге шағир” әҙәби бәйгеһе 16 сентябрҙә башланды һәм 18 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Баш ҡаланың мәғариф учреждениеларында һәм мәҙәниәт усаҡтарында “Республикама дан йырлайым” ижади конкурсы бара.
Ә бөгөн Ҡала мәҙәниәт һарайында “Йәшә һәм сәскә ат, тыуған яғым!” байрам
концертын хеҙмәт ветерандары һәм хеҙмәт алдынғылары ҡараны.