Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Октябрь 2019, 13:48

Салауат һымаҡ ижад итегеҙ! Салауат Әбүзәр һымаҡ!

Салауат һымаҡ ижад итегеҙ! Салауат Әбүзәр һымаҡ! Ошо көндәрҙә “Ағиҙел” журналын иҫтәлекле бер бейеклек көтә. Социаль селтәрҙәр аша “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары менән танышыусылар беҙҙең яңы шарттарға яраҡлашыуға ынтылыуыбыҙҙы күргәндер,тип уйлайбыҙ. Сайтҡа һәр яңы материалды ҡуйған һайын, күрерҙәрме, уҡырҙармы, тигән шик борсомай ҡалмай. Юғиһә, халыҡ китап уҡымай, беҙ кемдәр өсөн ижад итәбеҙ икән, тигән икеләнеү өҫкә сығыр һымаҡ.

Халыҡ әҙәбиәтте ярата, халыҡ – уҡый! Ышанмаһағыҙ, былтыр Салауат Әбүзәрҙең “Ағиҙел”дең 10-сы һанында сыҡҡан “Кисенбикә юлы”н ҡарағыҙ. Повесть менән бер йыл эсендә 5000 самаһы кеше танышты һәм фәһем алды. Аныҡлап әйткәндә, бөгөнгә сайтта повесты 4939 тапҡыр асҡандар.
Яңы шарттарҙа аралашыуыбыҙ артабан да дауам итәсәк. Шуға беҙ ял көндәрендә Салауат Әбүзәрҙең “Күктән төшкән кеше” повесын тәҡдим итергә булдыҡ. Әҫәр заманса алым буйынса тәҡдим ителәсәк һәм һеҙҙең ҡыҙыҡһыныу кимәлен тулыһынса асасаҡ. Ябайлаштырғанда, Шәһризаданың “Мең дә бер кис” исемле әкиәттәр сериалы беҙ уйлап тапҡан ысул түгел.
Ҡыҫҡаһы, һеҙҙең ҡарамаҡҡа Салауат Әбүзәрҙең өр-яңы повесын тәҡдим итәбеҙ. Рәхим итегеҙ! Күңелле ялдар һеҙгә!
Читайте нас: